Өфөлә Виталий Великосельский иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Яугир иҫтәлегенә. Өфөнөң 2-cе башҡорт лицейы бинаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Виталий Великосельский иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә тура килгән илһөйәрлек сараһында яугирҙың яҡындары, хәрби туғанлыҡ ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Виталий Великосельский мәктәптән һуң Өфөнөң йылға портында иретеп йәбештереүсе булып эшләгән. Армия сафында уҡсылар взводы командиры урынбаҫары булып хеҙмәт иткән. Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Яҡташыбыҙ «Батырлыҡ» ордены, Кавказда һәм Тымыҡ океан флотында хеҙмәт иткән өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән. 2022 йылда махсус хәрби операцияла разведка батальонының наводчик-операторы вазифаһында хәрби хеҙмәткә китеп уҙған йылда һәләк була.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ