Күләмле дата 30-cы тапҡыр билдәләнә. Республика почта бүлексәләре һаны буйынса илдә иң ҙур төбәк һанала. 1280 бүлексә иҫәпләнә, улар барлыҡ ауыл-ҡалаларҙы хеҙмәтләндерә. Идаралыҡ составына Өфө магистраль сорттарға айырыу үҙәге, ете курьер ташыу участкаһы һәм автотранспорт предприятиеһы ла инә. Төбәк етәксеһе тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, фиҙәҡәрлек күрһәткән өсөн дәүләт наградалары тапшырҙы. Тиҫтәгә яҡын белгес «Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
2022 йылда ил президенты ҡушыуы буйынса почта бүлексәләрен яңыртыу программаһы старт алғайны, уға ярашлы республикала 55 объектта ремонт уҙғарылған. Быйыл тағы ла 21 тораҡ пунктта ошо йүнәлештә эш башҡарыла. Программа сиктәрендә ете ауылда тиҙ күтәрелә торолған конструкцияларҙан яңы почта бүлексәләре төҙөлә. Тантаналы сара сиктәрендә тағы ла бер төркөм хеҙмәткәрҙәр ведомство наградалары алды.



