Алдағы тәүлектә Башҡортостанда көслө һәм ҡойма ямғыр көтөлә

Автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында ярты километрға хәтлем тиклем күреү мөмкинлеге насарая. «Һауа торошонда киҫкен үҙгәрештәр булыу сәбәпле, белгестәр һыуҙа кәмәләрҙә һәм катамарандарҙа ағыуҙан, урман-тауҙарға походтарҙан, туристик ялдың башҡа төрҙәренән тыйылып торороуҙы үтенә. Шулай уҡ алыҫ араларға сәйәхәт итмәҫкә кәңәш итә.

Тап ошо сәбәп менән бөгөн Бөрйән районында туристар өйҙәренә ҡайтырға йыйынғанда ҡаршылыҡҡа тарый. Йылға булып аҡҡан ямғыр һыуы трассаны йыуған. Ҡотҡарыусылар ваҡытында ярҙамға килә. Һарғая юлындағы күпер йыуылыу буйынса район хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышы үткән. Шулай уҡ оператив төркөм урынға сығып күрелгән зыяндың күләмен ҡарай, эшләнәһе эштәрҙе күҙаллай Һалына торған торбалар билдәләнеп, һатып алынғас, ошо арала ваҡытлыса күпер асыласаҡ Һуңыраҡ яңы күпер проектын төҙөп, күпер эшләнеп ҡуйыласаҡ.

Баймаҡ районы Темәс психоневрология интернатына алып барыусы юлға ла тәбиғәт ғәрәсәте зыян килтергән. Талашты йылғаһы аша кисеүҙе ағым емергән. Шулай ҙа оло ер менән бәйләнеш өҙөлмәгән. Учреждениеға урау юл менән барып етергә була.

Шулай уҡ бөгөн Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ла Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлының 140-се километрында юл япмаһы өлөшләтә емерелеүе хаҡында хәбәр итте. Был юл участкаһы Үрге Әүжән ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан.

Әбйәлил районының Озерное ауылында иһә 76 йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан. Был өйҙәрҙә 195 кеше йәшәй. Ваҡиға урынына юғары үтеүсәнлектәге автомобилдәр йәлеп ителгән. Әбйәлил ауылында халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Һыу баҫыуҙы бөтөрөү буйынса бөтә кәрәкле эштәр башҡарыла. Һыу кимәленең яйлап кәмеүе күҙәтелә. Яуаплы хеҙмәттәр юғары әҙерлек режимында эшләй. Тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү алып барыла, оператив штаб ойошторолған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ