Өфө районы Ольховое ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙарға ярҙам итә

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Өфө районы Ольховое ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар тап ошондай девиз менән махсус хәрби операция биләмәһендә, алғы һыҙыҡта илебеҙҙе нацистарҙан яҡлаусы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. Йөрәк йылыһын, ҡул көсөн өҫтәп маскировка селтәрҙәрен үреүселәр янында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Ольховое ауылы мәҙәниәт йорто ишеге иртәнге ундан асыла. Бында Еңеүҙе яҡынайтырға теләүсе ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре бәйләргә йыйыла. Улар араһында ғәзиз улдары яу яланында йөрөгән әсәләр ҙә бар.Зөһрә Мәхмүт ҡыҙының кейәүе 2 йыл элек үҙ теләге менән мобилизацияланып, Ватан һағына баҫҡан. Хәрбиҙәр иҫәнлегенә ҡылған доғалар, салынған ҡорбандарҙан тыш, дрондарҙан һаҡлаусы маскировка селтәрҙәрен бәйләү ҙә изге эш һанала.

Үрмәксе схемаһы буйынса үрелгән маскировка селтәренең майҙаны 18 квадрат метр тәшкил итә. Үргәндән һуң туҡыма ҡалын һәм ышаныслы килеп сыға. Ауылдаштары алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға тиҫтәләп маскировка селтәре үргән, бынан тыш аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары туплап та ярҙам ҡулы һуҙған.

Маскировка селтәре өсөн кәрәкле материалды ирекмәндәр хәйриә аҡсаһына һатып ала. Маскировка селтәрҙәрен бәйләү илебеҙ өсөн һынылышлы осорҙа иң мөһим эштәрҙең береһе. Хәйриә ярҙамынан бер кем дә ситтә ҡалмай. Һәр кем матди хәленә ҡарап ярҙам ҡулы һуҙа.Үрелгән мсакировка селтәрҙәре гуманитар ярҙам менән ялға ҡайтҡан һалдаттарға шәхсән тапшырыла.

Был станокты Ольховое ауылында йәшәүсе Юрий Бузов эшләгән. Маскировка селтәре өсөн махсус туҡыма спанбонд был станок ярҙамында 7-8 сантиметр киңлегендәге таҫмаларға киҫелә. Быға тиклем ҙы ҡайсы ярҙамында киҫкәндәр. Ошо станокиы эшләгәндән һуң хеҙмәт етештереүсәнлеге 4-5 тапҡырға артты, тиҙәр Ольховое ауылының ирекмән ҡатын-ҡыҙҙары.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ