Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре МХО-ға гуманитар ярҙам оҙатты

Бөгөн Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияға маскировка селтәрҙәре оҙатты. Гуманитар ярҙам штурмовиктар бригадаһы командирына тапшырылды.

Федераль ҡаҙнасылыҡ ил буйынса махсус хәрби операцияға иң әүҙем ярҙам күрһәткән ойошма булып тора. Башҡортостан буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре лә был изге бурысты лайыҡлы үтәй. Үткән йылда ғына улар 3 миллион һум аҡса йыйған, термоәйберҙәр, шәхси һаҡланыу саралары, радиостанция һатып алған, окоп шәмдәре әҙерләгән, йылы кейемдәр бәйләгән. Ә хеҙмәткәрҙәрҙең балалары изге теләктәр менән хаттар яҙған, һүрәттәр төшөргән. Маскировка селтәрҙәрен иһә ҡаҙнасылыҡ хеҙмәткәрҙәре төшкө ял мәлендә йәки эштән һуң ҡалып үргән. Был юлы улар егеттәргә 20-гә яҡын һаҡланыу материалы тапшырҙы.

Маскировка селтәрҙәре махсус хәрби операцияла иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе. Улар менән хәрби техниканы ла, блиндажды ла ябабыҙ, үҙебеҙ ҙә ҡапланып йөрөйбөҙ. Был беҙҙең хәүефһеҙлек. Алғы һыҙыҡтағыларҙың именлеген хәстәрләгән, ғүмерен һаҡлауға ярҙам иткән өсөн ҡаҙнасылыҡ хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт.

«Тихий» ҡушаматлы яугир

Федераль ҡаҙнасылыҡ хеҙмәткәрҙәре маскировка селтәрҙәрен махсус хәрби операция башланғандан алып үрә. Тәүҙә улар «Масксети щит Өфө» ойошмаһына ярҙам итергә йөрөгән. Артабан эште үҙҙәрендә ойошторорға хәл иткән. Хәҙер һәр кем әҙ генә буш ваҡыты килеп сығыу менән маскировка селтәре үреүгә ҡушыла. Ҡаҙнасылыҡ хеҙмәткәрҙәре тарафынан бөтәһе 200-гә яҡын, йәғни 4 мең квадрат метрҙан ашыу маскировка селтәре үреп алғы һыҙыҡҡа оҙатылған. Бөтәһе лә егеттәребеҙҙең именлеге, еңеү өсөн, ти федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Светлана Мәрүәрова.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ