Аҙналарға һуҙылған ҡойма ямғырҙар нәҙекәйбилдәргә бал йыйырға ҡамаусауламай ҡалманы. Татлы ризыҡтың сифатына, хаҡына тәьҫир итәсәкме? Яуапты БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин эҙләне.
Шишмә районынан Вәғиз Йәүәтов умартасылыҡ менән баласаҡтан шөғөлләнә. Белгәнен башҡаларға ла өйрәтергә тырыша. Тармаҡ ҙур тырышлыҡ талап итә, шуға ла ул юғалтыуҙарһыҙ бармай. Мәҫәлән, быйыл замандашыбыҙҙың 70 күс умартаһынан егермеһе ҡышты сыҡмаған. Шуға ла бал хаҡына йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ, ти ул.
Ғөмүмән, балға лаборатория тикшереүен дә үткәрергә мөмкин. Бының өсөн махсус ойошмаларға мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Сөнки, ҡайһы саҡта йүкә урынына сәскә балының да һатылған осраҡтары юҡ түгел. Шуға ла белгестәр татлы продукцияны белгән умартасыларҙан алыуҙы хуплай.
Ғөмүмән, йыл умартасылыҡ тармағын ныҡлыҡҡа һынай. Ҡышын күпләп ҡырылған күстән, яҙ күҙәтелгән оҙайлы ҡырауҙарға тиклем тәьҫир иткән. Бөгөн аҙналарға һуҙылған ҡойма ямғырҙар ҙа эҙһеҙ үтмәне. Шулай ҙа республикала башҡорт балына ҡытлыҡ күҙәтелмәйәсәк, ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан.
Хаҡтарға килгәндә ул былтырғы кеүек үҙгәрешһеҙ ҡала. Ҡайһы бер төбәктәрҙә умартасылар һауа шарттарына һылтанып арттырып ебәргән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Быйыл башҡорт балы бар, тигән фекерҙә белгестәр.
Азат Ғәлиуллин






