Радий Хәбиров «Патриот» илһөйәрлек паркында хәрби уҡыуҙар үтеүсе үҫмерҙәр менән осрашты

Малай һәм ҡыҙҙар төбәк етәксеһе менән аралашып ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды . Радий Хәбиров йәштәргә «Патриот» илһөйәрлек паркының тарихы тураһында һөйләп , биләмәнең патриотик әһәмиәтен билдәләне. Республика башлығы бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү республикала өҫтөнлөклө маҡсат булып тора тине. Балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү күп яҡлы патриотик эштең мөһим өлөшө.

«Патриот» паркында 2 авгусҡа тиклем һауа-десант ғәскәрҙәре профилендә смена үтә. Уҡыуҙарҙа төрлө райондарҙың хәрби-патриотик клубтарынан йыйылған малай һәм ҡыҙҙар ҡатнаша. Барлығы республикала ун меңдән ашыу баланы берләштергән 175 хәрби клуб эшләй. Профилле смена үҫмерҙәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәгә өйрәтеү , сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙҙәрен нығытыуға йүнәлтелгән . Бында балалар хәрби-медицина, физик әҙерлек буйынса практик күнекмәләрҙе үҙләштерә. 2 августа «Патриот» паркында үтәсәк һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә сменаны тамамлаған балалар ҙа йәлеп ителәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ