«Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә Бәләбәйҙә сираттағы ихата комплекслы төҙөкләндерелде

«Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә Бәләбәйҙә сираттағы ихата комплекслы төҙөкләндерелде. Эш барышында юл, тротуарҙарға яңы асфальт һалынып, автомобилдәр өсөн парковка урындары арттырылды. Проект буйынса яҡтыртыу системаһы яңыртыла, ял зоналары, балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа килә, йәшелләндереү эштәре башҡарыла. Әлегә подъездар эргәһендә эскәмйә һәм урналар урынлаштырырға ғына ҡалған.

«Башҡорт ихаталары» программаһы тормошҡа ашырылыуы - тотош республика өсөн ыңғай күренеш. Урындағы халыҡ йорт алдындағы биләмәнең күҙгә күренеп үҙгәреүен ҡыуанып ҡабул итә. 2019 йылдан алып ҡалала ете ихата заманса төҫ алды.

Зилә Советникова, Бәләбәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ