Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә билдәләүенсә, ватан һаҡсыларының туғандары һәм яҡындары йыш ҡына ғибәҙәтханаларҙа һәм мәсеттәрҙә билдәле бер ваҡыт бүлеүҙе һорай. Был уларға хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы өсөн доға ҡылырға мөмкинлек бирәсәк. Республика башлығы халыҡтың бындай үтенестәренә мөнәсәбәтен, уларға ярҙам итергә әҙерлеген асыҡлау өсөн республиканың дини лидерҙары менән консультациялар үткәрергә ҡушты. Был бик шәп һәм айырыуса туғандарына һәм яҡындарына мөһим, улар үҙҙәренең рухи ярҙамын белдерә ала, - тине төбәк етәксеһе.



