Башҡортостанда яуым-төшөм һөҙөмтәһендә 7 муниципаль берәмектә 22 хәл контролдә тототола

Бөрйән, Баймаҡ, Белорет райондарындағы 4 осраҡ күҙәтеүҙән алынған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы баш идаралығы хәбәр итә.

Иртәге сәғәт 9-ға алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, һуңғы тәүлектә рекордлы күрһәткес Мәсетле районы үҙәгендә теркәлгән. Оло Ыҡтамаҡ ауылы эргәһендә Әй йылғаһының һыу кимәле 95 сантиметрға күтәрелеп, хәҙер ул 345 сантиметр тәшкилә итә. Белорет районының Ломовка ауылында һәм Салауат ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле тәүлек эсендә 15 сантиметрға артҡан.

Көйөргәҙе районы Бөгөлсән ауылында ла һыу кимәле күтәрелгән. Ағиҙел йылғаһы ташыу һөҙөмтәһендә юл һыу аҫтында ҡалған. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ташҡын хәлен күҙәтеү һәм халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн тиҙ арала урынға сыҡҡан. Улар хәл тотороҡланғанға тиклем урында дежурлыҡ итеүен дауам итәсәк. Һауа шарттары насар булыу сәбәпле, республика халҡына һәм ҡунаҡтарына алыҫ сәфәрҙәрҙән, туристик походтарҙан һәм кәмәләрҙә ағыуҙан тыйылырға кәңәш итәбеҙ, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ