Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктә зыян күргән торлаҡ йорттар, күперҙәр, юлдар һаны билдәләнде, ямғыр эҙемтәләрен бөтөрөү юлдары барланды. Бынан тыш махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү саралары, яңы уҡыу йылына әҙерлек һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды. Киләһе йылға тиклем Башҡортостанда 31 мәктәптә күләмле төҙөкләндереү үткәрелә. Яңыртылған 6 мәктәп быйыл сентябргә үк асыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Батырҙар дәүере. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы бүләкләне. Төбәк етәксеһе Оскар Ситдиҡовҡа генерал Шайморатов, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командирының урынбаҫары Рөстәм Шәһәбетдиновҡа Салауат Юлаев ордендарын тапшырҙы. Оскар Ситдиҡов «Геройҙар дәүере « кадрҙар программаһында ҡатнаша һәм уның остазы булып Радий Хәбиров тора.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам һәр ваҡыттағыса ултырышта ҡаралған төп темалар исемелегендә. Төбәктә ойошторолған 39 ярҙам сараһынан тыш яугирҙар тураһында мәғлүмәтте туплау буйынса электрон реестр булдырыла.
Оператив кәңәшмәлә Башҡортостанға хәрби экспонат бүләк ителде. Красный Луч ҡалаһы хакимиәте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа «Максим» пулеметы өсөн ҡорал лентаһы йәшниген тапшырҙы. Пулемет лентаһы өсөн йәшник башҡорт атлы дивизияһы алыштары урынында табылған. Тарихи экспонат Өфөлә Хәрби Дан музейы филиалында урын аласаҡ.
Башҡортостанда үткән ҡойма ямғырҙар эҙемтәләрен бөтөрөү ведомство етәкселәре алдында ҡуйылған төп бурыс. Радий Хәбиров зыян күргән район етәкселәре менән аралашып ярҙам сараларын билдәләне, күперҙәр һәм федераль әһәмиәттәге юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн өҫтәмә финанстар бүлеү маҡсаты ҡаралды. Төбәктә яуым-төшөм осрағы буйынса ҡотҡарыусыларға 158 шылтыратыу килгән, һыу баҫыу урындарынан 96 кеше эвакуацияланған. Айырыуса зыян килеү осраҡтары Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы райондарында теркәлгән.
Яңы уҡыу йылына әҙерлек һорауҙары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Киләһе йылға тиклем Башҡортостанда 31 мәктәптә күләмле төҙөкләндереү үткәреләсәк. Яңыртылған 6 мәктәп быйыл сентябргә үк асыласаҡ. Ремонттан һуң мәктәптәр яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыла, уҡыу әсбәптәре яңыртыла, тирә-яҡ ихата тирәһе йәшелләндерелә. 1 сентбрь көнө йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле яңы уҡыу йылы быйыл 2 сентябрҙә башлана.
Флорида Ким



