Ваҡиға Бөрйән районында теркәлгән. Ял көнөндә Иҫке Собханғол һәм Мәндәғол ауылдары араһында 35 кешенән торған туристик төркөм Ағиҙел йылғаһы буйлап катамарандарҙа йөҙөргә сыға. «Ҙур амфитеатр ҡаяһы» тапҡырында Яр Саллынан килгән 1976 йылғы ир һыуға сума. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был ваҡытта уның сумкаһы йылғаға төшкән була. Туристың ҡотҡарыу жилеты булмай, һөҙөмтәлә ул шунда уҡ һыу аҫтына китә.
Яуым-төшөм менән бәйле һуңғы көндәрҙә республикала хәл көсөргәнешле ҡала. Күп төбәктәрҙә йылғаларҙың ярҙарынан ташыуы күҙәтелә. Яуаплы хеҙмәттәр һауа шарттары насар булыу сәбәпле, республика халҡына һәм ҡунаҡтарына алыҫ сәфәрҙәрҙән, туристик походтарҙан һәм кәмәләрҙә ағыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә.



