Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн ғибәҙәт ҡылыуҙар ойоштороласаҡ

Башҡортостан сиркәүҙәрендә һәм мәсеттәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн ғибәҙәт ҡылыуҙар ойоштороласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ғибәҙәт өсөн айырым көндәрҙе билдәләргә тәҡдим итте. Республика етәксеһе, был аҙым махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының үтенесе.

Радий Хәбиров тәҡдимен республика дини конфессиялар лидерҙары хуплап фекерҙәре менән уртаҡлашты. Махус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн ғибәҙәт ҡылыу батырҙарыбыҙға рухи көс, уларҙың ғаиләләренә берҙәмлек һәм сабырлыҡ өҫтәртип көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ