Аҙнаның ете көнөндә лә бәйләнештә. Июлдән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалдары ял көндәрһеҙ эшләй. Башҡортостандағы ойошманың социаль координаторҙары һәм белгестәре лә хәҙер яңы эш графигы буйынса хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул итә. Консультация алыр өсөн интернет аша алдан яҙылырға мөмкин. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште.
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡаралған ярҙам саралары, барлыҡ социаль льготалар тураһында мәғлүмәт алырға була. «Ватанды һаҡлаусылар» фондына консультацияға алдан яҙылыу мөмкинлеге лә булдырылған. Июлдән ойошманың филиалдары ял көндәрһеҙ эшләй башланы. Фондтың Башҡортостандағы филиалы етәкселеге билдәләүенсә, мөрәжәғәттәрҙең артыуы күҙәтелә. Уҙған йылдан алып уларҙың һаны 55 меңгә еткән.
Ветеран статусын алыу булһынмы, эшкә урынлашыумы - тыныс тормошҡа яраҡлашыуҙа күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. Фонд белгестәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә психологик, юридик һәм социаль һорауҙар буйынса консультациялар ҙа уҙғара. Түләүҙәр, төрлө льготаларға бәйле мөрәжәғәттәр күплеге билдәләнде.
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында йөҙҙән ашыу социаль координатор эшләй. Уларҙың күбеһе алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙ. «Батырлыҡ» ордены кавалеры Олег Мөфтәхетдинов та демобилизациянан һуң хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә башлаған.
Олег спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә башлаған. Яңыраҡ Һамар өлкәһендә ул бысаҡ ырғытыу буйынса ярышта призлы урын алған.
Фонд хеҙмәткәрҙәре берҙәмлеге менән айырыла. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында ойошторолған «Геройҙар уҙышы»нда ла ҡатнашып, спорт менән дуҫ булған көслө рухлылар командаһы булыуҙарын йәнә раҫланылар.
Гөлназ Хәйбуллина






