Өфөнөң Дим районында йәмәғәт транспорты туҡталышын һүтә башланылар

Өфөнөң Дим районында «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы» йәмәғәт транспорты туҡталышы менән берләштерелгән сауҙа объектын һүтә башланылар. Ухтомский урамындағы 11-се йорт янында тиҙ туҡланыу нөктәһе һәм транспорт көтөү өсөн эскәмйәләр урынлашҡан булған. Туҡталышты һүтеү тейешле рәсми документтар булмау, ҡала буйынса раҫланған типовой эскиздарға тап килмәү сәбәпле башҡарыла.

Яҡын арала Дим районы хакимәтендә яңы ябыҡ транспорт туҡталышы төҙөү мәсьәләһе ҡараласаҡ. Һүтеләсәк обьект хәүефһеҙлек таҫмаһы менән уратып алынған. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре бүлгән техника ярҙамында ҡаты ҡалдыҡтар махсус полигонға ташыласаҡ. Был эштәр тамамланыу менән бында төҙөлөш йәнләнәсәк тип күҙаллана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ