«Торатау» геопаркы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә инергә тейеш

Был турала Ирандың милли геопарктар селтәре рәйесе Алиреза Амриказеми бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында үткән осрашыуҙа белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, 2020 йылда Салауат районындағы «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде. Әле ошо уҡ статусты «Торатау» ға биреү буйынса эш алып барыла, геопарк 3 йыл элек дәғүәселәр исемлегенә индерелгән дә инде.

Халыҡ-ара геология фәндәре союзының экспертиза йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың ғаризаһын геомираҫты тасуирлау буйынса иң яҡшыһы тип билдәләнгән. Хәҙер глобаль селтәргә инеү өсөн халыҡ-ара эксперттарҙың һығымтаһы, документтар базаһы туплау мотлаҡ. Ирандың милли геопарктар селтәре рәйесе Алиреза Амриказеми Торатауҙа 4 көн булған. Донъяуи кимәлдәге эксперт фекеренсә, Башҡортостандың 2 генә түгел, 3-4 геопарк асырлыҡ тәбиғи ҡомартҡылары бар. Осрашыуҙа фәнни өлкәлә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡаралды, ике яҡ араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ