Улар өсөн ике аҙналыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск тамам. Өфөлә мобилизацияланыусыларҙы үҙәкләштерелгән оҙатыу үтте. Тантана «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда ойошторолдо.
Сараға яугирҙарҙың ҡатындары һәм балалары, ата-әсәләре, дуҫ-иштәре килде. Йола буйынса, алыҫ юлға сығыусыларға Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, патриотик йырҙар бағышланды. Балалар һәм йәштәр хәрәкәте ағзалары хәрбиҙәргә сувенирҙар, бүләктәр һәм үҙ ҡулдары менән яҙған хаттарын тапшырҙы. Яугирҙар алында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, хәрби комиссариат вәкилдәре сығыш яһаны. Дини конфессиялар вәкилдәре иһә доғалар бағышлап изге теләктәрен еткерҙе.
Хәрбиҙәр үҙҙәре менән тыуған яҡ күстәнәстәрен, мәктәп уҡыусылары яҙған йылы йөкмәткеле хаттарын алып китә. Махсус хәрби операция биләмәһенә барыу менән улар хеҙмәттәштәрен шифалы үлән сәйе һәм тәмлекәстәр менән һыйлаясаҡ, яугирҙарға балалар яҙған хаттарҙы тапшырасаҡ. Шулай уҡ ирекмәндәр ҙә яугирҙарға шәхси һаҡланыу костюмдары әҙерләгән. Уларҙы Өфө хакимиәте башлығы грантына 50-нән ашыу оҫта теккән. Косюмдарҙы теккәндә хәрбиҙәрҙең бөтә теләктәре һәм тәҡдимдәре иҫәпкә алынған. Ял минуттарында яугирҙар күберәк иғтибарын ғаиләләре, балалары, ата-әсәләренә бүлергә тырышҡан. Кемдәрҙер йорт-ҡура тирәһендә эштәрен теүәлләгән, кемдәрҙер ғаиләһе менән тәбиғәттә ял иткән.






