Был юлы яҡташыбыҙ Сәғүд Ғәрәбстанында үткән химия буйынса 56-сы бөтә донъя олимпиадаһында дүртенсе тапҡыр алтын миҙал яуланы. Быға тиклем ул Швейцария, Ҡаҙағстан һәм Ҡытайҙа иң яҡшыһы булды.
Йәш химик артабанғы уҡыуын республикабыҙҙа дауам итергә теләй. Ул Өфө дәүләт нефть университетына документтар тапшырған, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, уңыш сере Вадимдың оло һәләтендә, шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина алымдары буйынса эшләгән олимпиада хәрәкәте уҡытыусылары ассоциацияһында, системалы рәүештә әҙерләнеүҙә. Вадимдың остазы - Башҡорт дәүләт медицина университенының дөйөм химия кафедраһы доценты Айнур Ғүмәров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл һәләтле уҡыусы техник ВУЗ-ға тиклемге мәктәпте - Республика инженер лицей-интернатын тамамланы. «Вадим юғары белемде өйҙә, тыуған республикаһында - Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенә ингән юғары уҡыу йортонда аласаҡ. Беҙ уны аҡыллы, маҡсатлы, фәнде үҫтерергә әҙер егеттәр өсөн булдырҙыҡ. Вадимға һәм беҙҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән бөтә абитуриенттарға уңыштар юлдаш булһын!», тип яҙған Башҡортостан башлығы.






