Яуаплы ведомстволар биналарҙың хәүефһеҙлек, төҙөкләндереү талаптарын, уҡыу кабинеттарының әҙерлеген тикшерә. Республика буйынса күләмле ремонттан һуң 6 мәктәп ишектәре асыласаҡ тип көтөлә. Өфөнөң Ленин районындағы белем усағында комиссия тикшереүе үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Яңы уҡыу йылына бер ай самаһы ваҡыт ҡалды. Малай-ҡыҙҙар каникулдарҙа ял иткән осорҙа мәктәптәрҙә эш ҡайнай. 1 сентябргә уҡыу кабинеттары тәртипкә килтерелә, янғын хәүефһеҙлеге талаптары тикшерелә. Өфөнөң 25-се мәғариф үҙәгендә яңы уҡыу йылына әҙерлек тамамланыу алдында.
Санитар талаптар, экология, терроризмға ҡаршы әҙерлек һорауҙарына бөтә мәктәптәрҙә лә етди иғтибар бүленә. Комиссия ағзалары етешһеҙлектәр тапҡан осраҡта уларҙы тиҙ арала бөтөрөү һәм яңынан тикшереү ойоштороу маҡсаты ҡуйыла.
Башҡортостандың мәғариф учреждениеларында яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә мәктәптәрҙә капиталь ремонт алып барыла. 2025 йылдың сентябренә тиклем 31 объект тулыһынса яңыртылыр тип көтөлә, уларҙың алтыһы быйыл уҡ асыласаҡ.
Мәктәптәрҙә капиталь ремонт федераль программа буйынса тормошҡа ашырыла. Объекттарҙы тәртипкә килтереү өсөн 1 млрд 800 млн һум аҡса йүнәлтелә. Төҙөлөш графигы буйынса даими мониторинг алып барыла. Баймаҡ, Бишбүләк, Әбйәлил райондарында, Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы ремонтланған мәктәптәрҙе ваҡытында, яңы уҡыу йылына асыу маҡсаты ҡуйыла.
Флорида Ким



