Спорт байрамында 55 йәштән алып 60 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр ҡатнашты. Шулай ҙа спорт менән шөғөлләнеү өсөн йәш сик түгел. Иң өлкән ҡатнашыусы 83 йәшен тултырған ине. Шуға ҡарамаҫтан спортсыларҙы олатай йәки өләсәйҙәр тип әйтергә тел дә өйләнмәй. Уларҙың күптәренә йәштәр көнләшерлек йылғырлыҡ, етеҙлек менән физик күнекмәләр үтәй, ярыштарҙа ҡатнашты. Көмөш быуын спортсылары хаҡлы ялға сығып та яңы үрҙәр, пъедесталдар яулау мөмкинлеген тағы бер ҡабат иҫбатланы.
Өс көн барған ярышта административ үҙәге ауыл булған райондар араһында Балаҡатай беренселекте алһа, ҡалалар араһында Туймазылар алтын яуланы. Хаҡлы ялдағыларҙың бөтә Рәсәй спартакиадаһы 30 сентябрҙә Кемеров өлкәһендә үтәсәк.






