Башҡортостан башлығы кәңәшмәгә килгән Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы рәйесе Борис Ковальчук менән осрашты. Радий Хәбиров республиканың илде Иҫәп палатаһы менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Төбәк етәксеһе шулай уҡ БРИКС сиктәрендә юғары аудит органдары башлыҡтарының осрашыуының ҙур әһәмиәткә эйә булыуы әйтте. Эшлекле сарала 11 илдең аудит органдары етәкселәре ҡатнаша. Халыҡ-ара кимәлдәге сараның тәүге эш көнө һөҙөмтәләре буйынса Өфө декларацияһы ла ҡабул ителде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова әҙерләгән репортажда.
Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, тотош ер шары үҙгәрештәр дәүерендә йәшәй. Ә БРИКС дәүләттәренең тотороҡло үҫеш аудиты 2004 йылда ҡабул ителгән документҡа нигеҙләнеп эшләй. Рәсәй иҫәп палатаһы рәйесе Борис Ковальчук фекеренсә, ул әлеге заман ысынбарлығына тура килмәй, хәүефте сағылдырмай, үҫеш йүнәлештәрен күрһәтмәй. Яңы проект Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе дәүләттәренең юғары финанс органдарын берләштергән халыҡ-ара ойошма талаптарына яуап бирергә тейеш. Өфө форумынан етди үҙгәрештәр көтәбеҙ, тине Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе.
Брикс дәүләттәренең баш аудиторҙары осрашыуы дүртенсе тапҡыр ойошторола. Сара үҙ эсенә эшлекле осрашыуҙарҙы, түңәрәк өҫтәлдәрҙе ала. Халыҡ-ара кимәлдәге эксперттар алдынғы эш алымдарын үҙләштереү, заманса технологияларҙы ҡулланыу буйынса фекер алыша.
Форумда БРИКС союзына ингән 10 дәүләт делегацияһы ҡатнаша. Халыҡ-ара сараны уҙғарыу урыны итеп тап Башҡортостан һайланыуы осраҡлы түгел. Республика төп аудит күрһәткестәре буйынса илдә алдынғы урынды биләй.
Форумдың тәүге эш көнөндә Өфө декларацияһы ла ҡабул ителде. Уның төп пункттары буллып коррупцияға ҡаршы көрәш, тотороҡло үҫеш аудитын БРИКС дәүләттәренең милли ҡиммәттәрен, үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып үҫтереү тора.
Брикс дәүләттәренең аудит буйынса юғары органдары етәкселәре осрашыуының төп йөкмәткеһен бер һөйләм менән «аҡса иҫәп ярата» тип әйтергә мөмкин. Йәшәгән ҡитғалар, һөйләшкән тел, матди хәл айырмаһына ҡарамаҫтан, тотороҡло үҫеш нигеҙендә финанстарҙы дөрөҫ һәм һөҙөмтәле ҡуллланыу, маҡсатһыҙ сарыф итмәү, тәләфләмәү ята. Һәм ошо маҡсатты һәр дәүләт үҙенсә, һыналған ысулдарҙы файҙаланып та, заман технологиялары, хатта яһалма интеллект ярҙамында ла ғәмәлгә ашыра. Ә форум уңышлы эш алымдарын уртаҡлашыу сараһы булып тора.
Рәмзиә Кәримова



