«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылында моделле мәҙәниәт һарайы төҙөкләндерелә. Капиталь ремонт майҙа башланып, сентябрҙә тамамланырға тейеш. Реновация барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.
Мәҙәниәт һарайында яңғыраған йыр-моңдо төҙөлөш ҡоралдары тауышы алмаштырған. Быйыл майҙан алып Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылындағы учреждениела капиталь ремонт алып барыла. Проектҡа ярашлы, бинаның икенсе ҡаты тулыһынса яңыртыла, эске биҙәкләү эштәре ойошторолған. Пластик тәҙрәләр ҡуйыла.
Тантаналар, хореграфия залдары заман талаптарына яраҡлаштырыла. Иҙән-түшәм ҡатламы, инженер селтәрҙәр яңыртыла. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быға тиклем бинаның түбәһенән һыу аҡҡан. Ремонт эштәре, тәү сиратта, ошо киҫкен мәсьәләне юҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Мәҙәниәт һарайы 1992 йылда төҙөлгән. Ошо ваҡыт эсендә беренсегә капиталь ремонт үтә. Уның барышында ҡыйыҡ та яңыртылып, мембрана менән ҡаплана. Һуңғы көндәрҙә үткән ҡойма ямғырҙар материалдың ныҡлығын күрһәткән. Урындағы хеҙмәткәрҙәр билдәләүенсә, хәҙер түбәнән һыу ағыу проблемаһын оноторға мөмкин.
Стәрлетамаҡ районында тағы ла дүрт мәҙәниәт учреждениеһында ремонт ойошторолған. Улар «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһы һәм «Реаль эштәр» проекты иҫәбенә төҙөкләндерелә.
Республика етәкселеге Башҡортостанда мәҙәниәтте үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Күләмле мәҙәни саралар уҙғарыу менән бер рәттән ауылдарға йәш белгестәрҙе ҡайтарыуға төп иғтибар йүнәлтелә. 2021 йылдан тормошҡа ашырылған «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ла тап кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн мәҙәниәт һәм әхлаҡи ҡиммәттәр йәмғиәттең төп нигеҙе булып тора, мәҙәниәттең сиктәре лә юҡ.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән яңы мәҙәни-тарихи локациялар ҙа арлыҡҡа килә. Төрлө милләт халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибар бүленә. Онотолған исемдәр ҡайтарыла.
Гөлназ Хәйбуллина






