Ишембай районының Торатау янында осош яһаған парапланерист туристарҙың береһенең өҫтөнә ҡолаған

Ҡайһы мәғлүмәттәр буйынса, дельтапланды ир гаражда үҙе эшләп, уны һынап ҡарау өсөн күккә күтәрелгән булған.

Видеояҙманан күренеүенсә, осоу аппараты шихан һуҡмағында торған ҡыҙға ҡолай. Һөҙөмтәлә Екатерина үҙ аллы хәрәкәт итә алмай. Туристҡа шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәр саҡыртыла. Ҡотҡарыусылар Торатауға күтәрелеп беренсе ярҙам күрһәтә. Һуңынан ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр уны аҫҡа төшөрә. Бәхеткә күрә, Торатауҙа баҫҡыс төҙөлгән, ул был осраҡта бик ярҙам иткән. Турист ҡыҙ Стәрлетамаҡ дауаханаһына килтерелгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пациентты нейрохирург һәм травматолог тикшерә. Уның күкрәк ситлеге йәрәхәтләнә. Турист стационарҙан баш тарта, амбулатор дауалау ала. Парапланерист үҙе еңелсә имгәнеү ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ