Шәхси хәрби компанияла хеҙмәт иткән бер төркөм яугирҙар «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» таныҡлығы алды. Документтарҙы Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы.
Дәүләт ҡарамағында булмаған подразделениеларҙа хеҙмәт итеүселәргә рәсми документтар юллау ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ине. Хәҙер был эш менән «Ватанды һаҡлаусылар» фонды шөғөлләнә. Дөйөм тырышлыҡ менән яугирҙар ветеран статусын алыуға өлгәшә.
Ветеран статусын алыусылар араһында алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ күп. Ҡайһы берәүҙәр махсус хәрби операцияға тиклем дә ил мәнфәғәттәрен яҡлап, ҡыҙыу нөктәләрҙе үткән. Күптәре Башҡортостандың дәүләт наградалары, Шайморатов миҙалдары менән дә бүләкләнгән. Республика етәкселеге, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды менән берлектә хәрби тәжрибәһе булған ир-егеттәргә тыныс тормошта ла үҙ юлын табыу, реабилитация үтеү, эшкә урынлашыу мәсьәләләрен хәстәрләй. Сөнки таныҡлыҡ ташламаларҙан тыш яуаплылыҡ, киләсәк быуынға өлгө булыу, илһөйәрлек тәрбиәһе биреүсе статусы ла бирә.






