Бөгөн һәр беребеҙ махсус хәрби операция биләмәһенә ил мәнфәғәттәрен ҡорал менән яҡлаусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итергә тырыша. Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ирекмәндәр йәмәғәт ойошмаһының беренсе йыйыны үтте. Бында Рәсәйҙең ысын патриоттары бергә йыйылды.
Республикала тәүге тапҡыр үткән ирекмәндәр йыйыны тыуған ил батырҙарына бер минутлыҡ тынлыҡменән башланды. Унда ҡала һәм райондың ирекмәндәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр, яуҙа һәләк булғандарҙың ата-әсәләре, яҡындары ҡатнашты. Халыҡ ижады үҙәгендә маскировка селтәре үреү, май шәмдәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Яугирҙәргә хаттар яҙылды. Ирекмәндәр сафы ла тулыланды. Беренсе Төркмән ауылынан Рәғиҙә Әхмәтшина носилкалар тегеүҙе ойоштора. Бындай ҡулайлама яралыларҙы алып йөрөү өсөнбик кәрәк.
Ирекмәндәрҙең йәшәү урыны, социаль статусы, йәше төрлө. Йыйында район халҡына ла, хәҙер унан ситтә йәшәүселәргә лә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Ҡуянтау ауылынан Маргарита Сәғәҙәтова алыҫ Яҡутиянан ярҙам иткән ҡыҙы Айгөл өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе.
Ирекмәндәр генә түгел, битараф булмаған һәр кеммахсус хәрби операцияға һәрваҡыт ярҙам итергә әҙер. Иң әүҙемдәренә был көнөдө Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында Ярат ауылынан райондың иң йәш ирекмән Наҙгөл Хәсәнова ла бар. Ҡыҙ үҙе фронт өсөн маскировка селтәрҙәре бәйләй, окоп шәмдәре эшләй һәм һалдаттарға хаттар яҙа, өлкәндәр эшләп өлгөрмәгән ваҡ эштәрҙе лә башҡара.
Сара барышында Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин Даян Мурзин исемендәге батальон яугирына УАЗ автомобиленең асҡысын тапшырҙы.
“Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы ирекмәндәре” йәмәғәт ойошмаһының беренсе йыйылышы районда тыуып үҫкән, хәҙер Сорғот ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ Хафизова башланғысы менән үтте.Изге эшкә ул популяр мессенджерҙар аша яҡташтарын берләштерә,рухлыларҙы, ышансылы тылды бергә йыя.
Баймаҡ районы хәрби хәрәкәттәр зонаһына 26 ҙур гуманитар ылау оҙата.Шул иҫәптән 14 автомобиль, 7 мотоцикл, 9 тәгәрмәсле мунса һәм башҡалар. Гуманитар ылау әҙерләү, йыйыу дауам итә.
Рүзилә Ғүмәрова






