“Роснефть” компанияһы составына ингән “Башнефть” ойошмаһы горизонталь скаважина быраулауҙа яңы рекорд ҡуйҙы. 2024 йыл башынан тәүлек эсендә быраулауҙың максималь тиҙлеге 200 метрҙан артҡан. Һандар менән күрһәткәндә, 444 метрҙан 647 метрға күтәрелгән. Был “Роснефть” компанияһының Волга –Урал төбәгендәге предприятиелары араһында иң юғары күрһәткес. Айырыуса Урал-Волга буйы тәбиғәтенең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алғанда һөҙөмтә ҡыуандыра, сөнки унда быраулау процесы күпкә ҡатмарлы. Бындай күрһәткестең нигеҙе - быраулау һәм сервис бригадаларының эшен яҡшыртыу һәм «Башнефть " компанияһының тулыһынса беҙҙең илдәге, башлыса үҙендә булған сервисҡа күсеүе менән бәйле. Әле эштәрҙең 70 проценттан ашыуын үҙҙәренең быраулау компанияһы алып бара. Технологик потенциалды үҫтереү - «Роснефть 2030» стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе. Компания етештереү эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәрендә, планға ярашлы, яңы технологик ҡарарҙар ҡабул итә.




