Урман хужаһы был урынға беренсе тапҡыр ғына килмәй, бөгөн төндә ул йәнә кешеләр эргәһенә яҡынлашҡан. Контроль-үткәреү посында дежурҙа торған дәүләт инспекторы Кирилл Евстегнеев ваҡиға шаһит була. Ул хайуанды ҡурҡытып ебәрә. Быға тиклем тайыштабан сүп-сар һауытын ауҙарып, ҡауын менән туҡланып өлгөрә. Белгестәр граждандарҙан йыртҡыстарҙы ашатырға тырышмауҙарын, уға яҡын бармауҙарын һорай. Төндә туҡталҡалар һәм йорттар янында аҙыҡ-түлек ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.






