Йәйге селлә һәм ҡапыл килеп яуған ҡойма ямғырҙар, май айындағы һалҡындар. Быйыл иртә килгән яҙ йүкә ағасының сәскә атыуын да тиҙләткән. Иглин районы Ләмәҙ ауылы биләмәһендә умартасылар Башҡортостан бренды һаналған йүкә балын күпләп етештерә. Йүкә балын айыртыу мәлен умартасылар үҙҙәре лә түҙемһеҙләнеп көтә. Шәүәлиевтар быйыл бал ҡорттары мисәтләгән рамдарҙы һаҡлыҡ менән генә асып тикшереп ҡараны. Бал өлгөргән. Тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә ҡарамай быйыл батмандар бал менән тулырмы? Балға хаҡтар ҙа күпмерәк буласаҡ? Бал яратыусы халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға Түбәнге Ләмәҙ ауылы умартасылары фаразы.






