Республика иҡтисады үҫешенә тос өлөш, ерле халыҡҡа - өҫтәмә эш урындары. Дәүләт ярҙамы менән Башҡортостанда яңы предприятиелар һаны артҡандан-арта. Беҙҙең төбәктә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса махсус эш алымы бар. Ул «Инвестиция сәғәте» форматындағы ултырыштар. Башҡортостан башлығы үҙ аҡсаһын республика үҫешенә һалырға теләүселәр менән ҡыҙыҡлы проекттарҙы тикшерә. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Сылбырлы һәм чокерлы тракторҙар етәрлек, Ә бына грейферлы тотҡос менән Рәсәйҙә ағас сығарыусы тракторҙар етештерелмәй. Урмансылыҡ тармағында ағас әҙерләү эштәре өсөн ҡеүәтле техника проекты әҙер һәм ул тиҙҙән Башҡортостанда йыяла башлаясаҡ .
Был проект импортты алмаштырыу ғына түгел. «Кировец» производство-техник үҙәге сит ил тракторҙары һәм комбайндары өсөн деталдәр сығара, шулай итеп ауыл халҡына көнбайыш санкциялары шарттарында запас частар етешмәү мәсьәләһен хәл итеүҙә лә ярҙамы етәрлек. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Предприятиела башлыса йәштәр эщләй һәм ул заманса техника менән йыһазландырылған.
«Кировец» 2020 йылдың июлендә эшләй башлай. Предприятиеның производство техник базаһын асыу тантанаһында республика Башлығы ла ҡатнашҡан. Бынан алдараҡ Ҡырмыҫҡалы районында уны төҙөү проектын Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» барышында тикшергән. Тап шул саҡта инвесторға ярҙам итеү хаҡында ҡарар ҡабул ителгән.
2021 йылда Инвестиция сәғәтендә ҡатнашыу һәм һиҙелерлек дәүләт ярҙамы алғандан һуң Баймаҡ эшҡыуарҙары ла яңы производство аса алған. Шулай Итеп, «Экопродукт» компанияһы киптерелгән йылҡы һөтө һәм ҡымыҙ сығарыуҙы яйға һалған. Өҫтөнлөклө статус алған инвестиция проекты 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Инвестиция сәғәттәре-власть менән бизнес араһында диалог ҡороуҙың иң уңайлы ысулы. Улар 2019 йылда Радий Хәбиров тәҡдиме менән индерелде. Бындай эш форматы инвестиция проекттарын ҡарау, һуңынан дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөҙҙәтен күпкә тиҙләтеү мөмкинлеге лә бирә. Бындай мөнәсәбәт арҡаһында республика инвестиция мөхите буйынса илдә уртаса кимәлдән АСИ рейтингы лидерҙарына тиклем күтәрелде.
Дәүләт ярҙамы саралары араһында-һалым льготалары, инвестиция һалымын кәметеү, инженер инфраструктураһын ҡороуға, ҡорамалдар һатып алыуға ла сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар бүленә. 5 йыл эсендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары инициаторҙары дәүләттән 21 миллиард һумдан ашыу күләмдә финанс ярҙамы алған.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса республика кимәлендә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән инвестиция сәғәттәре төбәктең барлыҡ муниципалитеттарында индерелде. Инвестиция советы ултырыштарының бындай форматы Рәсәйҙә иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе тип танылды һәм иң мөһиме Башҡортостан инвестициялар һаны буйынса төбәк лидерҙары исемлегенә инде.
Гүзәл Борханова



