Республика дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡот осҡос фажиғә төн уртаһында Шабағыш ауылында теркәлгән. Аварияла 16 һәм 17 йәшлек ике водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынында һәләк була, 14 һәм 18 йәшлек ике пассажир ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Йәш кешеләрҙең водитель таныҡлығы булмауы билдәле.
Ошоға бәйле республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Ул ата-әсәләрҙе балаларына хәүефле транспорт сараһын ҡулланырға рөхсәт итмәүҙерен һораны. Көйөргәҙе районындағы аварияға бәйле прокуратура бәлиғ булмағандар тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерәсәк һәм ата-әсәләрҙең үҙ бурыстарын үтәүенә ҡарата баһа бирәсәк. Ҡануниәтте боҙоу факттары асыҡланған осраҡта тейешле саралар күреү ҡарала.



