Башҡортостан табитары тәүге тапҡыр елек майын күсереп ултыртыу буйынса операция яһаны

Әмәлиәт Республика балалар клиник дауаханаһының онкология һәм гематология үҙәгендә башҡарылған. Табиптар коллективы быға оҙаҡ әҙерләнгән. Был эштә Дима Рогачев исемендәге балалар гематологияһы, онкология һәм иммунология үҙәге белгестәре ярҙам күрһәтә. Пациент - 10 йәшлек ҡыҙ, операцияны яҡшы кисерә. Элек бындай пациенттарға башҡа төбәктәргә операцияға йөрөргә тура килә ине. Хәҙер Өфөлә асылған балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге ярҙамында сифатлы дауалау алырға мөмкин. Республика балалар клиник дауаханаһынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Дүрт ай элек эфирға сыҡҡан видеосюжеттан күренеш. Балалар онкология һәм гематология үҙәгендә көлкө көнө. Аниматорҙар менән бергә бәләкәй пациенттар ауырыуҙары тураһында онотоп күңел аса. Улар араһында ун йәшлек Алиса ла бар. Беҙҙең объективҡа яңылыш ҡына эләккән ҡыҙға ошо көндәрҙә елек майы күсереп ултыртылды. Был Башҡортостан медицинаһы тарихында тәүге операция. Әле пациент табиптар күҙәтеүе аҫтында изоляцияла.

Операция барышында ҡатмарлыҡтар булманы, балам да үҙен яҡшы тойҙо. Әмәлиәт иртәнге сәғәт 10-да башланғайны, киске 6-ла тамамаланды. Өфөлә ошондай операция яһау мөмкинлеге булыуына ҡыуанабыҙ, алыҫ йөрөгә кәрәкмәй, өйгә яҡын.

Гөлнур Дзюба, Алисаның әсәһе

Быға тиклем елек майын трансплантациялау операцияһын яһатыу өсөн Мәскәү йәки Санкт-Петербург клиникаларына йөрөргә тура килә. Ҡатмарлы әмәлиәтте хәҙер Республика балалар клиник дауаханаһының онкология һәм гематология үҙәгендә эшләйҙәр. Бының өсөн заманса ҡоролмалар һатып алынған. Үҙәк елек майын айырыу өсөн күҙәнәк сепараторы һәм биоматериалдарҙы түбән температурала һаҡлаусы аппарат менә тулыланған.

Елек майы 120-192 градус һыуыҡта һаҡлана. Балалар онкология һәм гемотология үҙәгендә биоматериалды түбән температурала һаҡлаусы дүрт аппарат иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһе 250 елек майы өлгөләрен һыйҙыра ала.

Был операцияны Башҡортостандың педиатрия өлкәһе өсөн генә түгел, тотош медицина ҡаҙанышы тип әйтергә була. Беҙ артабан да был йүнәлештә эшләргә әҙербеҙ. Беҙҙең шарттарҙа ошондай мөмкинлек булдырыуҙа ярҙам иткән федераль үҙәктәргә һәм Башҡортостан етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Беҙҙе аңлап һәм яҡлап булышлыҡ итеп торҙолар.

Рөстәм Байрамғолов, Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге мөдире

Елек мейеһен трансплантациялау онкология ауырыуҙарын дауалауҙа мөһим этап булып тора. Уның ярҙамында нур һәм химия терапияһы ваҡытында кәмегән йәки юҡҡа сыҡҡан кәрәкле биоматериалды һаҡлап ҡалыу мөмкин.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең үҫеше республика башлығы Радий Фәрит улының шәхси контроле аҫтында. Ул һәр саҡ анализлап, министртыҡ һәм беҙҙең табиптарға яңы бурыстар ҡуя. Һәм ошондай еңеүҙәр ул Радий Хәбиров етәкселегендәге ҙур команда менән табиптар берләшмәһенең эш һөҙөмтәһе.

Максим Забелин, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе
Башбат

Республика башлығы билдәләүенсә, балалар клиник дауаханаһының яңы үҙәге бәләкәй пациенттарҙың онкология сирҙәрен дауалауҙа күптән көтөлгән һәм төп объект булып тора. Хәҙер ҡатмарлы операция яһатыу өсөн федераль үҙәктәргә йөрөргә кәрәкмәй, заманса шарттар Башҡортостанда ла булдырылған.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ