Баймаҡта «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектына ярашлы «Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш» программаһын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән «Һаулыҡ марафоны» үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының белгес-эксперты Ирина Карамова, Республика клиник инфекция дауаханаһының баш табибы, эпидемиолог Азат Мөхәмәтйәнов ҡатнашты.
Физик күнекмә - тәнгә һәм йәнгә дауа. «Һаулыҡ марафоны» халыҡ ижады үҙәгенең икенсе ҡатында бергәләшепгимнастика эшләүҙән башланды. Уны көрәш буйынса спорт мастеры Венер Нәбиев үткәрҙе.
Белгестәр район халҡына сәләмәт йәшәү рәүеше, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү хаҡында һөйләне. Шулай уҡ инсульт булған осраҡта ярҙам итеү мөмкинлеге һәм эпидемиолог күҙлегенән йәй мәлендәге сирҙәрҙе киҫәтеү буйынса кәңәш тыңланы. Фойела балалар төшөргән һүрәттәре конкурсы, иҫкәртеү акциялары, фитобар эшләне.
«Һаулыҡ марафоны» диспансеризация үтеү, табиптарҙан консультация алыу өсөн дә бик уңай сара. Ул халыҡта әүҙем оҙон ғүмерҙе оҙайтыу һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу маҡсатында ойошторолдо.
Рүзилә Ғүмәрова






