Рәсәй мосолмандары Башҡортостандың тәүге имамы Хажи Хөсәйенбәк рухына аят бағышланы

14-се быуатта Башҡорт ерлегендә йолаларҙы, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен халыҡҡа еткергән, мәғрифәтсе, дин әһеле Шишмә районының Ҡара-Яҡуп ауылы эргәһендә Аҡ зыяратта ерләнгән. Уның ҡәбере өҫтөндә кәшәнә төҙөлгән. Архитектур ҡомартҡы республика мосолмандары өсөн изге урын һанала. Шуға ла йыл һайын районда динданҙар йыйыны үтә. Форум сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Мин Ислам динен өйрәнәм» конкурсы ла ойошторолдо. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Балалар араһында ойошторолған «Мин Ислам динен өйрәнәм» конкурсы өс төр номинацияла ойошторолдо. Һәр ҡайһыһы ҡатмарлылығы менән айырылды. Икенсе баҫҡыста ҡатнашыусыларға мәҫәлән, дүрт һорау тәҡдим ителә. Әле уҡый-яҙа белмәгән балалар «шарлатып» тигәндәй доға-сүрәләр уҡый. Ул ғына ла түгел, ғәрәп әлифбаһы хәрефтәрен дә улар берҙәй дөрөҫ әйтә.

Республика район-ҡалаларынан килгән балаларҙың кемеһендер хәҙрәт, кемеһендер ата-әсәләр менән бергә өләсәләре лә оҙата килгән. Әйткәндәй, өләсәй мәктәбен алған малай-ҡыҙҙар әле үк мөһим белем багажын туплаған.

Мосолмандар йыйыны ғөмүмән, үҫеп килеүсе быуынды рухи һәм дини яҡтан тәрбиәләүҙе беренсе планға ҡуя. Балалар йыл дауамында мәсет-мәҙрәсәләрҙә өйрәнгәнен конкурста һынап ҡарағанда ваҡытта, өлкән йәштәгеләр Хажи Хөсәйенбәк рухына аят уҡыны.

Диндарҙар йыйыны тап республиканың беренсе имамын хөрмәтләп иҫкә алыу маҡсатында үтә лә инде. Изғе ғәмәл Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты тарафынан ойошторола. Хөсәйенбәк кәшәнәһе эргәһендә инде нисәмә йылдар аҙан тауыштары тынмай яңғырай.

Мосолмандар йыйынында ҡатнашыусылар, шулай уҡ Турахан кәшәнәһенә лә сәфәр ҡылды. Улар күптән түгел файҙаланыуға тапшырылған Евразия күсмә халыҡтары цивилизациялары музейының визит үҙәге менән яҡындан танышты. Диндарҙар өсөн дә был мөһим тарихи объект.

Бөгөнгө йыйын да тап милләт-ара берҙәмлек, татыулыҡ өлгөһөнөң бер сағылышы булды. Республика мосолмандарының йыйыны йыл да тап Шишмә районында үтеүе осраҡлы түгел. Беренсенән был ерлек республиканың тәүге имамы менән бәйле булһа, икенсенән төбәк атамаһының да халыҡта иман нурын сәсеүҙә роле ҙур. Был бигерәк тә үҫеп килеүсе быуын өсөн мөһим, тиелде сарала.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ