Мобилизацияланған хәрбиҙәр ике аҙнаға ялға ҡайтҡан. Юлға сығыусыларҙы “Өфө-Арена” спорт һарайы майҙанында ата-әсәләре, тормош иптәштәре, балалары оҙатты. Яугирҙәргә Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов мөрәжәғәт итте. Ул егеттәргә үҙҙәренең бурысын намыҫ менән үтәүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, иҫән-һау еңеп ҡайтыуҙарын теләне. Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәткә алыу дауам итә. Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеү төҙөүселәр өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәре ҡаралған, ғаиләләре өсөн ҡырҡлап ярҙам төрө бар. Республикала контракт төҙөүселәргә Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме арттырылды. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәргә бер тапҡыр 505 мең һум аҡса түләнә. Илдең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәре менән бергә дөйөм сумма 1 миллион һум була. Хәрби контракт хеҙмәте буйынса 117 берҙәм телефонына шылтыратып тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.







