"Өфө" аэропортында махсус операцияла ҡатнашыусылар сиратһыҙ теркәү үтә ала

Бының өсөн хәрбигә документын ғына күрһәтергә кәрәк. Регистрацияны сиратһыҙ үтеүҙән тыш, осош алдынан тикшереүҙә лә өҫтөнлөк була, тип белдерәләр аэропорттың матбуғат хеҙмәтенән. Республикала контракт төҙөүселәргә Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме арттырылды. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәргә бер тапҡыр 505 мең һум аҡса түләнә. Илдең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәре менән бергә дөйөм сумма 1 миллион һум була. Хәрби контракт хеҙмәте буйынса 117 берҙәм телефонына шылтыратып тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.

Фото №1 - "Өфө" аэропортында махсус операцияла ҡатнашыусылар сиратһыҙ теркәү үтә ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ