Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандары Карелияла ял итә

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса  бүлексәһенән белдереүҙәренсә, Карелияға дүрт көнгә 20 кеше юлланған. Маршрут Петрозаводск, Сортавала, Рускеала, Выборг ҡалалары аша үтә. Экскурсия программаһында тәбиғәт ҡомартҡыларын ҡарау, мәҙәни программа, экскурсиялар, күңел асыу программаһы  ҡаралған.  “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” проектына ярашлы, 23 махсус туристик рейс башҡарылған. Төп маҡсат – яраланған һәм реабилитация үткән хәрби хеҙмәткәрҙәр, уларҙың ғаиләләре, һәләк булған махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү.

Фото №1 - Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандары Карелияла ял итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ