Павловка һыуһаҡлағысында быйыл йәй икенсе тапҡыр «Ташҡын» режимы индерелде

Был туҡтаһыҙ ямғырҙар яуыуы һөҙөмтәһендә һыу кимәләнең кинәт күтәрелеүе менән бәйле. Әле гидроузелда һыу ағымы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда биш тапҡырға күбәрәк.

Һуңғы тәүлектә Өфөнөң Дим районында «Казарез» һәм «Альбатрос» баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юл һыу аҫтында ҡалған. Әлеге ваҡытта уның оҙонлоғо - 5 метр, тәрәнлеге - 15 сантиметр. Был хаҡта баҡсаларҙа йәшәүселәр хәбәрҙар. Бынан тыш, һыу баҫыу зонаһында «Озон», «Йәшел морон» баҡса ширҡәттәренә алып барған юлдар, Козарез һәм Романовка ауылдары араһындағы юл ҡала. Белгестәр ташҡын ваҡытында әлеге участкаларға барыуҙан тыйылып тороуҙы һорай. Шулай уҡ улар һауа шартары менән бәйле республика халҡын һәм ҡунаҡтарын таулы ерҙәргә походтарҙы кисектереп торорға, һыу объекттары эргәһендә булғанда иғтибарлы булырға саҡыра.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ