Юлдар йыуылған, йорттарҙы һыу баҫҡан. Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә Башҡортостандың бер нисә районы зыян күрҙе. Бигерәк тә Урал аръяғы төбәктәре ыҙа сигә. Һыу ғәрәсәте Учалы районы ауылдарын да урап үтмәне. Юл хәрәкәте өҙөлгән, уңышҡа зыян килгән, баҙҙар һыу менән тулған. Урында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү барышы хаҡында киләһе яҙмала.
Һыуҙан иң ҙур зянды Ибраһимовтар ғаиләһе күргән. Көслө ташҡын мейесте емергән, йыһаздар ҙа һыуланып эшлектән сыҡҡан. Йәшниктәр күгәргән. Йорт хужаһының һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикле булыу сәбәпле тәртип һәм таҙлыҡ урынлаштырыу ауырға тура килгән. Уға был эштәрҙә ейәнсәре ярҙамлашҡан. Һыу кимәле етерлек түбәнәймәү сәбәпле уны һурҙырырыға рөхсәт ителмәгән..
27 июлдә иртә менән көслө һыу ағымы дамбаны емерә. Ауылды күҙ асып йомған арала һыу баҫа.Ҡоймалар емерелә, ташҡын хатта таҙа һыулы ҡоҙоҡто ла емереп ташлай.Йылға кимәле йорт тәҙрәләренә тиклем күтәрелә. Урындағы халыҡ бындай хәл менән тәүгә осраша.
Халыҡ бер нисә көнгә һыу ҡамауында ҡалып тышҡы донъянан айырылып тора.Сөнки урау юлды ла ташҡын йыуҙырып алып китә, төп юл да емерелә. Һыу баҫҡан зонала тәүлек әйләнәһенә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре дежурҙа тора. Халыҡҡа ҡаршы ярға сығырға ярҙамлаша, хужалыҡта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ - түлек ташый. Ирәмәл йылғаһының бер ярынан икенсеһенә кешеләрҙе кәмәләрҙә алып сығалар.
Оператив кәңәшмәләрҙең береһендә Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тәбиғәт эҙемтәләрен бөтөрөргә ҡушты.
Учалы районы хакмиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алик Сәләхетдинов әйтеүенсә, тәүге көндә ауылға бөтөнләй юл өҙөлә ,ә иртәгәһенә Белореттан ҡотҡарыусылар килә. Арҡан ярҙамында сығыу юлын һуҙып, кәмәләрҙә хәрәкәт башлана. Кешеләрҙең һорауы буйынса аҙыҡ - түлек килтерелә башлыса, был яңы икмәк һәм таҙа һыу. Әлеге ваҡытта хәрәкәт яйлап тергеҙелә.
Учалы районының Сораман ауылында ямығыр һыуҙары ташып быуаны йырған. Ауылға инеү һәм сығыу юлы тәүлек буйына сикләнгән. Кешеләрҙең баҙҙарына һыу сыҡҡан.
Урындағы хакимиәт мәсьәләне ваҡытында хәл иткән - подрядсы ойошмаға ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Контракт килешеүе сиктәрендә юлдар тигеҙләнгән, ҡыпрсынташ һибелгән, өҫтәмә юл билдәләре ҡуйылған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Сораман ауылына хәрәкәт тергеҙелгән.
Республикала йылғаларҙағы һыу кимәленә даими мониторлана , һыуһаҡлағыстарҙа һыу ағыҙыла. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй. Ташҡын буйынса хәл ныҡлы контролдә тора.
Гүзәл Борханова






