Республиканың ауылдарында мәҙәниәт йорттарын яңыртыу буйынса эш алып барыла

Ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары яңыра. Башҡортостанда ҙур мәҙәни саралар ойоштороу менән бер рәттән урындағы мәҙәниәткә лә булышлыҡ итеүгә ҙур иғтибар бүленә, эҙмә-эҙлекле ярҙам күрһәтелә. Быға район, ауыл клубтарында ойошторолған капиталь ремонт эше асыҡ миҫал. Яңырыу кисергән мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. Уларҙың тәьҫораттары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Был көтөлмәгән яңылыҡтарҙың береһе генә була. 1965 йылда сафҡа ингән мәҙәниәт йортона бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалмаған. Еүеш, һыуыҡ бина реновация йүнәлеше буйынса республика бюджетынан субсидия алып, ниһайәт, яңырыу кисерә. 641 квадрат метр тәшкил иткән Мҙәниәт йортонда ремонт эше майҙа башлана.

Бер ҡатлы мәҙәниәт йортонда китапхана, тренажер залы урынлашҡан. Балалар һынлы сәнғәт, йыр-бейеү менән шөғөлләнә. Мәҙәниәт һөйөүсе ауыл халҡы «Ләйсән» вокал ансамбле, «Умырзая» театр түңәрәгенә йөрөй. Ремонт ваҡытында улар яңы репертуар өҫтөндә эшләй, сөнки яңыртылған Мәҙәниәт йортон тантаналы рәүештә асырға уйлайҙар.

Репертуар уйлауҙан тыш, ауыл халҡы хәйриә эше менә дә шөғөлләнә.

Кушнаренко ауылының Мәҙнәниәт йортонда ла ҡыйыҡтан һыу үтеү мәсьәләһе борсой. Ямғыр беренсе ҡатҡа тиклем үтеп инә торғайын, ти хеҙмәткәрҙәр. Бина 1985 йылда төҙөлгән, 2000-се йылдар башында капиталь ремонт яһала, әммә...

Реновация “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Был маҡсатта республика бюджетынан 9 миллион ярым, Кушнаренко районы ҡаҙнаһынан 200 мең һум аҡса бүленгән. 2019 йылдан алып республикала 51 мәҙәни-ял учреждениеһында капиталь ремонт, өсөһөндә - реконструкция уҙғарылған, өр-яңынан 8 клуб төҙөлгән. Быйыл Благовар һәм Кшнаренко районыдарынан тыш, Әбйәлил, Архангел, Бишбүләк, Мәсетле һәм Учалы райондарындағы 14 объектта капиталь ремонт бара, Дүртөйөлө районында мәҙәниәт йорто һалына.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ