Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 27 район хужалыҡтары ужым баҫыуҙарына төшкән. Бөгөнгә 125 мең тоннанан ашыу уңыш алынған. Һәр гектар 34 центнер ярым бирә. Иң яҡшы күрһәткестәр Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондарында теркәлгән. Бында гектар ҡеүәте 40 центнерҙан арта.




