Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай көҙгө сессияла 50-нән ашыу закон проектын ҡарай

Республика парламенты яңы миҙгелгә эш планын иғлан итте. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, закон проекттарының 12-еһе тәүге уҡыуҙы үткән. Уларға төҙәтмәләр әҙерләнә. Документтарҙың күбеһе беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Спиртлы эсемлектәр менән сауҙаны көйләүгә бәйле, республика халыҡтары телдәре тураһында, референдум тәртибенә ҡағылышлы документтар бар.  Шулай уҡ көҙөн бюджет проекты буйынса эш алып барыла.

Фото №1 - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай көҙгө сессияла 50-нән ашыу закон проектын ҡарай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ