Уларҙың барыһы ла иҫән-һау, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Быға тиклем ҡотҡарыусыларға бер төркөм туристарҙың Атыш шарлауығына юлланыуы тураһында хәбәр итәләр. Бер аҙҙан уларға тағы ике ҡушылырға тейеш була. Әммә һөйләшенгән урында төркөм булмай сыға. Үҙ аллы эҙләү һөҙөмтә бирмәй, шуға туристар ҡотҡарыусыларға шылтырата.







