Республика юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе Илья Крюков белдереүенсә, бындай объекттар туранан-тура хәүефһеҙлекте яҡшырта. Был ҡоролма патруль автомобиле һымаҡ яҡтыртыу сигналдары менән йыһазландырылған. Водителдәр уны алыҫтан уҡ күрә, тиҙлекте саманан арттырмай. Шериф ҡоролмалар ғәҙәттә йәйәүлеләр юлдары янында урынлаштырыла. Бөгөнгә 28 прибор ҡуйылған, тағы 20 һатып алынған.







