Бөгөн Республика Башлығы янындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы үтте. - Башҡортостан һәр ваҡыт тотороҡлоҡ, тыныслыҡ биләмәһе, туғандашлыҡ һәм дуҫлыҡ өлгөһө булды һәм булып ҡала. Республика әүҙем үҫешә.. Шуға кадрҙарға, шулай уҡ хеҙмәт мигранттарына ихтыяж бар. Миграция ағымы хеҙмәт баҙарына ғына түгел, милләт-ара һәм криминоген хәлгә йоғонто яһай. Беҙҙең бурыс - урында һөҙөмтәле эште ойоштороу. Тәү сиратта сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуын тәьмин итергә тейешбеҙ, тине Радий Хәбиров.Республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов белдереүенсә, быйыл 4 айҙа 52 меңдән ашыу сит ил гражданы иҫәпкә ҡуйылған. Улар башлыса Урта Азия илдәренән килгән. Мигранттарҙың күбеһе төҙөлөш, ауыл хужалығы, коммерция өлкәләрендә эшләй.







