Башҡортостанда муниципаль мәғариф системаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса зональ кәңәшмәләр старт алды. Быға тиклем төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республика август кәңәшмәһе алдынан ошондай йыйылыштарҙы уҙғарыу тәжрибәһен тергеҙергә ҡушҡайны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл педагогтар өсөн күләмле сара Стәрлетамаҡта үтә. Зональ кимәлдәге кәңәшмәләргә килгәндә, тәүгеһе Сибайҙа ойошторолдо. Осрашыуҙа мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын үҫтереү, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, уҡыу пландарын яңыртыу, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы муниципаль практикалар билдәләнә.



