Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында фельшер-акушерлыҡ пункты асылды

Башҡортостанда тағы ла бер фельшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина учреждениеһы «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында төҙөлгән. Был районда быйыл асылған 4-се ФАП. Бынан ары заманса һәм уңайлы медицина хеҙмәттәре менән Ләмәҙ ауыл советына ингән ике ауыл халҡы файҙалана аласаҡ.

Фельдшер Венера Исмәғилева күпселек ғүмерен медицинаға арнаған. Башта акушер булып хеҙмәт итә, һуңынан һөнәрен фельшерға алмаштыра. Ике тиҫтә йылға яҡын инде ул Түбәнге Ләмәҙ ауылы халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Быға тиклем белгес пациенттарын иҫке, йыһазландырылмаған бинала ҡабул иткән. Яңы ФАП ауылдағы медицина ярҙамы сифатын юғары кимәлгә күтәрә.

Уңайһыҙлыҡтар тураһында оноторға ла мөмкин. Яңы фельшер-акушерлыҡ пункты йылы, заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Процедуралар үткәреү, прививка ҡуйыу, акушер бүлмәләре - уларҙың һәр ҡайһыһы мотлаҡ талаптарға яуап бирә.

Ауылда яңы медицина учреждениеһы асылыуға айырыуса хаҡлы ялдағылар шат. Быға тиклем уларға дарыу һатып алыу йәки укол ҡуйҙырыу өсөн район үҙәгенә йөрөргә тура килгән.

Түбәнге Ләмәҙҙәр өсөн быйылғы шатлыҡлы ваҡиғалар бының менән генә сикләнмәй. Амбулатория асылыу, юлдар төҙөкләндереүҙән тыш, оҙаҡламай ауылға зәңгәр яғыулыҡ һуҙыу буйынса буйынса эш башланыр, тип көтөлә.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ