Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто яңы бинаға күсәсәк. Был турала Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында белдерҙе. Сарала мигранттар менән эшмәкәрлек мәсьәләһе лә ҡаралды. Совет ултырышында республикала эшләп килгән милли, дини ойошмалар етәкселәре ҡатнашты. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Быйыл 4 айҙа ғына Башҡортостанда 53 меңгә яҡын кеше миграция иҫәбенә ҡуйылған, тағы ла 20 мең самаһы кеше республикала ҡалыу ваҡытын оҙайтҡан. Был тәү сиратта элекке союздаш дәүләттәр халҡының беҙгә эш эҙләп килеүе менән бәйле. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала эшсе ҡулдарға ихтыяж ҙур, күләмле төҙөлөштәр бара, инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Әммә миграция ағымының артыуы енәйәт күренештәренең артыуына ла йоғонто яһай. Эште дөрөҫ итеп ҡороу мотлаҡ, тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, сит ил граждандарының төбәктәге йәшәү, уҡыу һәм эшләү шарттарына социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуын тәьмин итергә кәрәк. Бының өсөн миграттарға Рәсәй йәмғиәтендәге тәртип нормаларын үҙләштереү өсөн шарттар тыуҙырыу мотлаҡ.
Социологик һорау алыуҙар һөҙөмтәләре буйынса, республикала ерле халыҡтың мигранттарға ҡарата мөнәсәбәте ҡәтғиләшә. Кешеләр енәйтәселек, наркомания күренештәренең артыуын сит ил граждандары менән бәйләй. Улар хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы тотҡарлай тип иҫәпләй.
Мигранттарҙың күпселеге мосолман дәүләттәренән. Ошоно иҫәпкә алып сит ил граждандарын социаль-мәҙәни йәһәттән яраҡлаштырыу буйынса дин әһелдәре лә эш алып барырға тейеш, тип билдәләнде ултырышта. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин фекеренсә, студенттарға уҡыу йорттарында телде тиҙерәк үҙләштереү, дин тотоу өсөн шарттар тыуҙырыу мөһим.
Башҡортостан һәр ваҡыт милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә тотороҡлолоҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ биләмәһе булды һәм булып ҡала. Радий Хәбиров совет ултырышында Башҡортостанда Халыҡтар Дуҫлығы йорто проекты буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен хөрмәт итеү, үтәү буйынса эште мигранттарҙың балалары уҡыған мәктәптәрҙә лә, сит ил студенттары белем алған юғары уҡыу йорттарында ла әүҙемерәк алып барырға кәрәк, тине Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров алдағы өс көндә ултырышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индереүҙәрен һораны.
Рәмзиә Кәримова



