Беҙҙән башҡа бер кем дә! Ошо девиз аҫтында бөгөн Рәсәй халҡы һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләне. Республикала төп байрам саралары Шишмә районында Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үтте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Юғары пилотаж халыҡтың яратып ҡараған тамашаларының береһе. «Первушин» аэродромы пилоттарының оҫталығы «Патриот» паркында икенсе йыл рәттән һынала. Авиашоуҙы шулай уҡ Октябрьский аэроклубының АН-2 самолетынан парашютсылар һикереүе биҙәне.
Ҡанатлы гвардия көнөн билдәләүселәрҙе Республика башлығы тәбрикләне һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. Танатаналы сараға махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың әсәләре саҡырылған. Һауа- десант - ғәскәрҙәре көнөн уҙғарыу урыны итеп «Патриот» паркы осраҡлы һайланмаған. Парк десантсы, махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә үк һәләк булған Максим Серафимов исемен йөрөтә. Радий Хәбиров йәштәрҙә илһөйәрлек рухын тәрбиәләүсе майҙанда Рәсәй геройына һәйкәл ҡуйыласаҡ тип билдәләне.
Патриот паркы ғаилә менән ял итеү урынына әйләнеп бара тине, төбәк етәксеһе. Десантсылар көнөн билдәләргә бында ысынлап та ғаиләләр бер нисә быуын вәкилдәре менән килгән.
Һауа- десанты ғәскәрҙәре көнөндә Геройҙар уҙышы ҡыҙыу барҙы. Зәңгәр береттар өсөн икенсе тапҡыр ойошторолған уҙышта 65 команда, 400 гә яҡын кеше ҡатнашты. Улар ике саҡырым арауыҡта 15 ҡаршылыҡ аша үтте. Элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүселәр өсөн ҡаршылыҡтарҙың ҡатмарлылары һайланған.
Байрамға килеүселәр хәрби операция реконструкцияһын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
Шартлау тауышын хәрби реконструкцияла ишеткән тамашасылар ул тамамланғас та һауаға атып күрһәтеүҙәрен һорап уны ҡат- ҡат видеоға төшөрҙө. Десантсы ветерандар иһә ғорурлыҡ менән үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Байрамға килеүсе эксперттар теүәл бер йыл элек Нуғай шоссеһында булған хәлде иҫкә алды. Һауа- десант ғәскәрҙәре байрамына юлланыр алдынан граната шартлатыу менән янаған ир янына республика башлығының үҙе барып һөйләшеүе ҡыйыулыҡ өлгөһө тип билдәләй улар.
Беҙҙән башҡа бер кем дә! лозунгыһы менән йәшәүсе Башҡортостан ир-егеттәре был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн йыл һайын бер килгән байрам көнөндә генә түгел инде ике йылдан ашыу барған махсус хәрби операцияла иҫбатлай.
Рәмилә Исмәғилева






