«Торатау» конгресс-холында бөгөнгө Рәсәй адвокатураһы мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Кәңәшмә барышында адвокат «монополияһы» тураһында закон проектын әҙерләү мәсьәләләре күтәрелде. Ҡануниәтте ҡабул иткән осраҡта граждандарҙың мәнфәғәттәрен судтарҙа адвокат статусы булған белгестәр генә яҡлай аласаҡ. Шулай уҡ профессиональ эшмәкәрлеккә ҡамасаулаған өсөн енәйәт яуаплылығын билдәләү, йәғни адвокаттарға өҫтәмә гарантиялар кәрәклеге, Рәсәй адвокаттарының граждандарға бушлай юридик кәңәшмәләрен биреүҙе ойоштороу һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
Рәсәй федераль адвокаттар союзы сарпны Башҡортостан адвокаттар палатаһы һәм адвокаттар коллегияһы менән берлектә ойошторҙо. Фәнни-ғәмәли конференцияла сит ил белгестәре лә ҡатнашты. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан адвокаттары үҙ республикаларындағы тәжрибә менән уртаҡлашты.






