Башҡортостан фермерҙарына гранттар, субсидиялар, ташламалар - республика етәкселеге агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә етди иғтибар бүлә. Төбәктә юғары сифатлы репродукция орлоҡтары етештереү менән шөғөлләнеүсе 67 хужалыҡ эшләй. Дәүләт ярҙамы менән тиҙҙән Дәүләкән районы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһендә орлоҡ комплексы барлыҡҡа киләсәк. Һуңғы биш йылда Башҡортостандың бер нисә районында заманса һәм юғары етештереүсәнле орлоҡ, иген таҙартыу һәм киптереү комплекстары төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды. Уңышлы эшләүсе комплекста беҙҙең ижади төркөм дә булды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йыйылған уңыш иген һаҡлағысҡа ебәрелер алдынан махсус лаборатория аша үтә. Белгестәр ауыл хужалығы культураһының сифатын ентекле тикшерә. Ашлыҡтың дымлылығы, аҡһым матдәләре һәм масса өлөшөнә тулы анализ эшләнә. Яуаплы процесс кәм тигәндә ике-өс минут ваҡыт талап итә.
Дымлы булған осраҡта, сортлау машинаһы аша үткән культура киптергескә оҙатыла. Был комплекс сәғәтенә 50 тонна самаһы ашлыҡты эшкәртеү көсөнә эйә. Шунлыҡтан урында тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Иген күпләп килтерелгән осраҡта, күрше һаҡлағыс ярҙамға килә.
Ураҙбахты ауылы эргәһендәге комплекс миҙгелгә күптән әҙер. Тик әлегә республикала күҙәтелгән ҡойма ямғырҙар ураҡ эшенә бер аҙ тотҡарлыҡтар индерҙе. Һуңғы тапҡыр иген партияһы 23 июлдә килтерелгән.
Таҙартыу, киптереү комплекстары барлыҡҡа килеүе хужалыҡ эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Предприятие халыҡҡа өҫтәмә эш урындары булдырыуҙан тыш, конкуренцияға һәләтен дә яҡшыртҡан. Уңыш нигеҙе дәүләт ярҙамына туранан-тура бәйле.
Азат Ғәлиуллин



